-5 °С
Ҡар
38 йәшлек ҡатын былтыр июлдә «Инстаграм» селтәрендә инвестиция тураһында иғлан күреп, үҙен шул өлкәлә һынап ҡарарға булған. Һылтанма буйынса сайтҡа инеп теркәлгәс, уға "сауҙа аналитиктары" һәм "брокерҙары" шылтыратып, барыһы ла отошло инвестиция тәҡдим иткән. Уларҙы тыңлап, ҡатын ете ай дауамында билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсергән. Бер тинлек тә табыш күрмәгәс, кисә полицияға мөрәжәғәт иткән. Зыян күләме 300 мең һум.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.