Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2022, 15:15

Рөстәм Нәбиев алдағы көндәрҙе өйөнән алыҫта үткәрәсәк

Уның программаһы бик бай:

Рөстәм Нәбиев алдағы көндәрҙе өйөнән алыҫта үткәрәсәк
Рөстәм Нәбиев алдағы көндәрҙе өйөнән алыҫта үткәрәсәк

Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән Нижневартовскиҙа йөрөй. Яҡташыбыҙ ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм урындағы мәктәп уҡыусылары менән осрашҡан да инде. Алдағы көндәрҙә Рөстәм "Яңырыу" инклюзив лабораторияһында актерлыҡ оҫталығы буйынса мастер-класты, ижади осрашыуҙы, ҡаяға үрмәләү буйынса күнекмәләрҙе һәм Спорт даны скверын ҡараясаҡ. Автограф-сессия үткәреү ҙә планлаштырылған.

Билдәләп үтергә кәрәк, беренсе көндә үк Нижневартовск халҡы блогерҙы йылы ҡабул итеү менән хайран ҡалдырҙы.

- Энергетика буйынса ҡала бик оҡшаны, – тип билдәләне блогер.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: