2021 йылда БР ЮХХДИ, БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Көнбайыш-Урал төбәк-ара дәүләт автоюл хужалығы идаралығы тарафынан легаль булмаған ташыусыларҙы асыҡлау һәм уларҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуйыу буйынса 1300-ҙән ашыу сара ойошторолоп, 245 водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Былтыр «Ларгус» водителдәре ҡатнашлығында 95 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 18 кеше һәләк булған, 131 кеше яраланған. 2 июлдә Кушнаренко районындағы аварияла бер юлы алты пассажирҙың һәләк булыуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Быйыл «Ларгус» водителдәре ҡатнашлығында 16 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 5 кеше һәләк булған, 25 кеше яраланған. Дүртөйлө районындағы аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлдө.
2021 йылдың ноябренән алып бөгөнгә тиклем 18 «Ларгус» махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйылған, сөнки уларҙың водителдәре пассажир ташыу буйынса талаптарҙы үтәмәгән.
Легаль булмаған ташыусыларҙы асыҡлау һәм уларҙың эшмәкәрлеген сикләү йәһәтенән эш дауам итәсәк.
Фото: БР ЮХХДИ.