Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2022, 19:14

Иғтибар: эҙләү!

Былтыр 15 декабрҙә киске сәғәт алтынсы яртыла Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ураулыҡ урамындағы магазинға билдәһеҙ ир инеп, пистолетҡа оҡшаған әйбер менән һатыусыға янап, аҡса талап иткән. Аҡса ала алмағас, сығып киткән. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Енәйәттә ғәйепләнеүсе ир видеокамера объективына эләккән.

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

Ирҙең билдәләре: ҡарамаҡҡа уға 35-40 йәш, буйы - 170-175 сантиметр. Енәйәт ҡылған ваҡытта ҡара төҫтәге башлыҡта, ҡара курткала, ҡара салбарҙа һәм ҡара битлектә булған. Ҡара төҫтәге рюкзагында йәшел һыҙаттар бар.

Видеолағы ирҙе таныһағыҙ, уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, ошо номерҙар буйынса шылтыратыуығыҙ һорала: 8 (347)-320-45-31 йәки 8 (347)-320-45-34, 02 (102).

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: