Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2022, 09:45

Элвин Грей ҡатынына Ғашиҡтар көнөнә затлы бүләк тапшырҙы

Йырсы был хаҡта Инстаграм сәхифәһендә видеояҙма төшөрөп һалды.

Элвин Грей ҡатынына Ғашиҡтар көнөнә затлы бүләк тапшырҙы
Элвин Грей ҡатынына Ғашиҡтар көнөнә затлы бүләк тапшырҙы

Ул ҡатынына билдәле Австрия компанияһының алҡаһын бүләк итте. Радик Юлъяҡшин ювелир салонында биҙәүестәрҙе нисек һатып алыуын һәм һөйгәненә тапшырыуын күрһәтте.

- Ысынында иһә, бөтә егет тә икенсе яртыбыҙҙың нимә теләүен белә. Ләкин мин был юлы икенсе әйбер бүләк итәм, сөнки сюрприз сюрприз булып ҡалырға тейеш, – тип билдәләне артист.

Инстаграмда Инзилә, Юлъяҡшин уға 13 февралдә  гастролдәргә сығыр алдынан бүләк тапшырҙы, тине.

- Мин бүләк алғас, ҡаушап ҡалдым. Хатта ҡулдарым дерелдәп китте. Бындай бүләкте көтмәгәйнем, – тип уртаҡлашты ул.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: