Ғәҙәттән тыш хәлдәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамын алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һуң? Ултырышта хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге, күп функциялы үҙәк, почта бүлексәһе, берҙәм дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза ҡалдырырға мөмкин.
Хөкүмәт ултырышында әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу үҫеше динамикаһы ҡаралды, бер нисә ҡарар буйынса фекер ҙә алыштылар.
– Коллективта күп кешеләрҙе юғалтыуыбыҙ мөмкин. Шуға күрә бөтә урындарҙа ла сикләүҙәр һаҡлана. Әлегә сир бөтмәгән, һаман үҫеүен дауам итә, – тип еткерҙе Андрей Геннадьевич.
Юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын кәметеү, акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса ла һүҙ алып барылды.
Фото: Т. АМАНОВ.