«О воспрещении браков между гражданами СССР и иностранцами» Указында әйтелеүенсә, “сит ил кешеләренә кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар ят ерҙә үҙҙәрен насар тоя һәм дискриминацияға дусар була”.
Ә ысынында иһә властар башҡа нәмә өсөн борсола. Интернациональ никахтарға ҡаршы СССР етәкселеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ көрәш алып барған. Ул осорҙа совет һалдатттарының ҡайһы берәүҙәре (күберәк ирҙәр, әммә ҡатындар ҙа булған) Көнсығыш Европаның һуғыш барған төбәктәрендә ғаилә ҡорғандар. Һуғыш бөткәс иһә, беҙҙә яңғыҙ ҡатындар күбәйгән, ә ирҙәр ситтән ғаиләле булып ҡайтҡан. Элемтәселәр, медсестралар Европа кешеләренә кейәүгә сыҡҡанлыҡтан, шунда ҡалырға тырышҡан.
Ғөмүмән, һуғышта күп кешебеҙҙе юғалтҡанбыҙ. Илде тергеҙеү өсөн кеше көсө кәрәк булған. Һәм ситкә граждандарыбыҙ китмәһен өсөн әлеге указ сығарылған да инде. Кем дә кем уны боҙған, шуны “советтарға ҡаршы агитация” тип, 58-се статья буйынса хөкөм иткәндәр.
Әйткәндәй, ул осорҙа сит ил граждандары менән өйләнешеүҙе тыйыу менән бергә ҡатындарға аборт яһатыу ҙа тыйылған, айырылышыу талаптары көсәйтелгән. Барыһы ла – илдә демографияны яҡшыртыу өсөн.
Указ Сталин үлеү менән бөтөрөлгән, әммә бер нисә йыл дауамында сит ил кешеләрен һайлаусыларҙы эҙәрлекләгәндәр әле. Ә КГБ бындай ғаиләләрҙе агентураһында файҙаланған.
Брежнев осоронда репрессиялар бөткән, никах рөхсәт ителгән, тик күп документ йыйырға кәрәк булған. Советтар Союзы тарҡалғас иһә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күпләп сит илгә иргә киткән. Был хатта модаға әүерелгән. Әле лә ҡатнаш ғаиләләрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел...
Фото: vk.com