2021 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләнең йән башына уртаса килеме өсөн өс баҫҡыслы түләү системаһы ҡулланыла. Уның дәүмәле төбәктәрҙә билдәләнгән йәшәү минимумына бәйле һәм төрлө шарттарҙа үҙгәреүсән. Әле пособиеның база күләме итеп балаға төбәк йәшәү минимумынан 50% тиң сумма ҡабул ителгән. Льготаларға хоҡуҡлы ғаиләгә:
▫ 5339,50 һум (балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50%)
▫8009,25 һум (75%)
▫10679,00 (100 %) түләү ҡаралған.
Пособиеның суммаһы ғаиләнең килеменә тура бәйле. Аҡсаға дәғүә итеүселәр эшкә һәләтле булыуын раҫларға йә иһә эшкә сыға алмауҙың етди сәбәбен күрһәтергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта төп шарттарҙың береһе – күсмә һәм күсемһеҙ милекте баһалау. Тулыраҡ мәғлүмәт: (https://rcspn.mintrudrb.ru/posts/19642)
Статистика тураһында - Башҡортостан мәғлүмәт системалары тәүлек эсендә юлдар темаһы буйынса 124 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Икенсе урында һаулыҡ һаҡлау һорауҙары - 95 һәм өсөнсө урында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы(78). Халыҡты социаль яҡлау темаһы бишенсе урында (44 хәбәр).