Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 17:44

"Законһыҙ реклама конструкциялары булырға тейеш түгел"

Тышҡы реклама баҙарында тәртип урынлаштырыу буйынса эш тәүге һөҙөмтәләр килтерҙе.  

"Законһыҙ реклама конструкциялары булырға тейеш түгел"
"Законһыҙ реклама конструкциялары булырға тейеш түгел"

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына тейешле йөкләмә биргәйне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитеттар бюджетына реклама компанияларынан 152 миллион һумдан ашыу аҡса ингән, был, 2020 йыл күрһәткесенә ҡарағанда, 14 миллион һумға күберәк.

Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев республикабыҙ Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошондай һандар килтерҙе. Уны видеоконференция режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

–  2021 йылдың туғыҙ айында төбәктә 134 законһыҙ реклама конструкцияһы һүтелгән. Өфө, Әбйәлил һәм Краснокама райондары проблемалы урындар булып ҡала, – тип хәбәр итте Максим Ульчев.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе билдәләүенсә, тышҡы реклама объекттарын урынлаштырыу буйынса электрон аукциондар уҙғарыу, ғаризаларҙы унификациялау, шулай уҡ социаль рекламаны урынлаштырғанда «бюджет каникулдары» реклама баҙарының асыҡлығына һәм урындағы бюджетты тулыландырыуға булышлыҡ итә.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы менән берлектә «Реклама конструкцияларын ҡуйыуға һәм файҙаланыуға рөхсәт ҡағыҙҙары» электрон хеҙмәтен әҙерләй. Был хеҙмәт менән Республика дәүләт хеҙмәттәре порталы аша файҙаланырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тышҡы реклама баҙарында тәртип урынлаштырыу буйынса агентлыҡтың эшен ыңғай баһаланы һәм ҡала-район хакимиәттәре менән берлектә реклама ойошмаларының эшмәкәрлеген күҙәтеүҙә  тотоуҙы көсәйтергә ҡушты.

– Ваҡыт реклама бизнесын рәсмиләштереү буйынса ҡарарыбыҙҙың дөрөҫлөгөн күрһәтте: һалым түләүҙәре арта, муниципалитеттарҙың бюджеты тулылана. Законһыҙ реклама конструкциялары булырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: