Киске сәғәт туғыҙынсыла Ейәнсура районында, Магнитогорск-Ира автоюлының 237-се саҡрымында, Өфөнән 24 йәшлек егет идара иткән "Hyundai Accent" менән 34 йәшлек ир идара иткән "Лада Гранта" машиналары бәрелешкән. Аварияла "Лада"ның пассажирҙары - 10 һәм 8 йәшлек ике бала яраланған. "Hyundai"ҙың да пассажирына, 24 йәшлек ҡыҙға, медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Тәүлек эсендә ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 52 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.