Башҡортостанда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлеге начальнигының элекке урынбаҫарына һәм 59 йәшлек енәйәтсегә ҡарата суд ҡарары сығарылды. Уларҙы ришүәт алғанда мутлашыуҙа һәм аралашсы ролендә ғәйепләйҙәр, тип хәбәр итәләр Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың февралендә полиция хеҙмәткәре һәм уның иптәше Өфө бизнесменынан ришүәттең сираттағы өлөшөн алғанда ҡулға алына. Тәфтишселәр асыҡлауынса, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре 2018 йылдан башлап эшҡыуарҙан аҡса һыҡҡан. 2018 йылдың ноябрендә Өфө районы полиция начальнигы урынбаҫары хәлле эшҡыуарға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙәрен белгәс, уға 22,5 миллион һум ришүәт алған өсөн яуаплылыҡтан ҡасырға ярҙам тәҡдим итә. Эшҡыуар 2021 йылдың февраленә тиклем өлөшләтә законһыҙ хеҙмәт хаҡы түләгән.
- Ғәйепләнеүселәр ришүәттең сираттағы өлөшөн алған саҡта Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре үткәргән оператив-эҙләү саралары барышында ҡулға алынды», - тип хәбәр итәләр.
Полицейский башҡа енәйәттәр ҙә ҡылған. Атап әйткәндә, тәфтишселәр фаразы буйынса, ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүенән һуң, йәнәһе, ярҙам ҡулы һуҙып, шул уҡ эшҡыуарҙан 700 мең һум аҡса алған. Инспекторҙар эшҡыуар объектында бик күп ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлаған – ришүәт алған Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре уға бер нисек тә ярҙам итмәгән. Бынан тыш, ул үҙенең танышының 390 мең һум аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә. Уны иһә күсемһеҙ милек объектын һатып алыу буйынса аукционда ҡатнашҡан ҡәйнәһе өсөн аҡса индерергә күндерә.
Ике ғәйепләнеүсе лә үҙ ғәйебен таныманы. Судҡа тиклем улар һаҡ аҫтында алына. Уларҙың милкенә арест һалынған. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Фото: Т. Аманов