Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 22:07

ОРВИ һәм киҙеү менән сирләүселәр күп

Башҡортостанда бер аҙнала 100 меңгә яҡын кеше ОРВИ һәм киҙеү менән ауырыған.

ОРВИ  һәм киҙеү менән сирләүселәр күп
ОРВИ һәм киҙеү менән сирләүселәр күп

    Шуға ҡарамаҫтан, республиканың баш санитар табибы Анна Казак хәбәр итеүенсә,   2022 йылдың ғинуарында дөйөм инфекция ауырыуҙарына бәйле хәл тотороҡло.    

«Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, уҙған аҙнала   99 042 киҫкен вируслы инфекция менән ауырыу осрағы теркәлгән, шуның 23,9 проценты – балалар араһында.  Киҙеү һәм ОРВИ менән ауырыу аҙналыҡ эпидемия сигенән    453,3 процентҡа   юғары, әммә шул уҡ ваҡытта ОРВИ менән ауырыу кәмеүгә табан барыуын күрәбеҙ” — тип хәбәр итте Анна Казак бөгөнгө оператив кәңәшмәлә.

Анна Казак шулай уҡ республикала пневмония менән ауырыу осрағының, уҙған аҙна менән сағыштырғанда, 23,4 процентҡа кәмеүен билдәләне. Нигеҙҙә, республика халҡы ауырыуҙы  еңел һәм уртаса ауырлыҡта үткәрә. 

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: