Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 16:35

Ҡоралайҙы ҡотҡарғандар

 Ғафури районында тояҡтары һынған  ҡоралайҙы ҡотҡарғандар. Хәҙер ул дөйәғоштар фермаһында көн итә.

Былтыр йәй Игенйылға трассаһында йәрәхәтләнгән ҡоралайға тап булалар. Фермаға алып барғас, ветеринар табипты саҡырттылар. Ул йәнлекте  туҡмағандарын әйтә һәм шина һала.  Олешка ҡушаматлы ҡырағай йән эйәһе яйлап һауығыуға  һәм ярты йылдан һуң аяҡтарына баҫа. Ул бик мөләйем һәм яғымлы йән эйәһе булып сыға. Ҡулға тиҙ эйәләшә. Тояҡтары төҙәлһә лә, иректә ул иҫән ҡалмаясаҡ, шуға күрә ҡотҡарыусылар эргәһендә йәшәүен дауам итә.

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: