Салауатта урындағы халыҡ кинотеатрҙа үҫмерҙәрҙең тупаҫ ҡылыҡтары хаҡында хәбәр итә. Кинозалда балалар чипсы ашаған, һыра эскән, әҙәпһеҙ тауыштар сығарған, тип хәбәр итте ризаһыҙлыҡ белдереүселәр социаль селтәрҙә.
– Балаларығыҙҙы танығанһығыҙҙыр. Ата-әсәләр, һеҙгә үтенес бар: кинотеатрға барыр алдынан балаларығыҙҙы ашатығыҙ, улар чипсы кимереп, һыра эсеп, барыһына ла фильм ҡарарға ҡамасаулай, – тип асыулана тамашасылар.
Был хәбәргә яуап итеп, “Бәйләнештәге” төркөмгә яҙылыусылар ҙа бәлиғ булмағандарҙың үҙҙәрен шулай бәйһеҙ тотоуына тап булғандары хаҡында комментарий ҡалдырған.
- Ике аҙна элек фильм ҡарарға барҙыҡ. Беҙҙең эргәлә, аяҡтарын алғы ултырғысҡа ҡуйып, үҫмер тәмәке тартып ултыра инек, – тип һөйләне Салауатта йәшәүсе ҡатын.
Фото: Т. Аманов