Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 19:06

Күп функциялы үҙәктәрҙә йыл башынан газ үткәреү буйынса 340 ғариза ҡабул ителгән

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: махсус программа буйынса яғыулыҡ торбаларын хужаның еренә тиклем һуҙыу – бушлай.

Күп функциялы үҙәктәрҙә йыл башынан газ үткәреү буйынса 340 ғариза ҡабул ителгән
Күп функциялы үҙәктәрҙә йыл башынан газ үткәреү буйынса 340 ғариза ҡабул ителгән

Газ үткәреүҙе тамамлау (догазификация) программаһы буйынса МФЦ үҙәктәре ғариза һәм документтар ҡабул итә.

Күп функциялы үҙәктәр ошо маҡсаттағы ғаризаларҙы былтыр августан йыя башланы. Бөгөнгә тиклем 1900 ғариза тапшырылған. Документтар йыйылмаһы түбәндәгесә: шәхесте раҫлаусы документ, ИНН, СНИЛС, милеккә хоҡуҡ тураһында документ, ЕГРН-дан белешмәләр, ситуация планы.

Ғаризаны алыу менән “Газпром” хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сығасаҡ.

Белешмә: «Газпром газораспределение Уфа» - 8-800-347-88-00, Газ үткәреү буйынса берҙәм телефон - 8-800-101-00-04, бынан тыш, bashgaz.ru сайты, connectgas.ru порталы.

Фото: БР Хөкүмәте сайты.

Күп функциялы үҙәктәрҙә йыл башынан газ үткәреү буйынса 340 ғариза ҡабул ителгән
Күп функциялы үҙәктәрҙә йыл башынан газ үткәреү буйынса 340 ғариза ҡабул ителгән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: