Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 21:05

"Хәрби-десант ғәскәрҙәре өсөн!"

Өфөлә иҫерек ир 13-сө ҡаттың тәҙрәһенән һикергән.

"Хәрби-десант ғәскәрҙәре өсөн!"
"Хәрби-десант ғәскәрҙәре өсөн!"

Ул йыш эскән, шул арҡала ир менән ҡатын араһында ыҙғыш сыға. Һөҙөмтәлә ҡатын айырылышыуға ғариза яҙасағын әйтә һәм иренең әйберҙәрен йыйыя башлай. Тик ниндәйҙер мәлдә "Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн!" тигән тауыш яңғырай. Аш бүлмәһенә йүгереп сыҡҡан ҡатын асыҡ тәҙрәгә юлыға, ә ире түбәндә көрт эсендә ятҡан була. Боласы ирҙе дауаханаға оҙаталар, әлеге ваҡытта табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: