Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 16:05

Өфөлә олатаһы ейәнсәренә бәйләнеүҙә ғәйепләнә

Өфөлә 65 йәшлек ир 11 йәшлек ейәнсәренә бәйләнеүҙә ғәйепләнә.

Өфөлә олатаһы ейәнсәренә бәйләнеүҙә ғәйепләнә
Өфөлә олатаһы ейәнсәренә бәйләнеүҙә ғәйепләнә

«Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, ата-әсә ҡыҙҙарын олатаһына ғинуарҙағы байрамдарға ҡунаҡҡа ебәргән була. Бер ай үткәс кенә ҡыҙыҡай оло туғанының уға бәйләнеүе хаҡында һөйләгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, олатаһы уның ярамаған урындарынан тотҡан.

Әле пенсионерҙы ҡулға алғандар. «14 йәше тулмаған балаларға ҡарата енси характерҙағы көс ҡулланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: