16 - 18 февралдә өйрәтеүсе семинарҙар була. Был уҡыуҙар яңы эш башлап тороусыларға бик файҙалы.
Спикерҙар - маркетинг, реклама, йәмәғәтселек менән бәйләнеш өлкәһендә эшләүсе эксперттар.
16 февралдә сәғәт 11-ҙә "Бизнесҡа социаль селтәрҙәр нимәгә?" тигән вебинар була. 17-һендә - онлайн-практикум. 18 февралдә төшөмлө онлайн мәктәп төҙөргә өйрәтәсәктәр.
Ҡатнашыу бушлай, тик алдан ошонда теркәлергә кәрәк: https://docs.google.com/forms/d/1osz0V1TXg6t8nmMycwJ6..
Ойоштороусы - Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге.
Был сара "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты маҡсаттарына тап килә.
Фото: Бөрө районы хакимиәте сайтынан.