Иң күп хоҡуҡ боҙоу – 23 289 эш - газондарҙа машина ҡуйыуға бәйле, 8 903 эш автомобилдәрен контейнер майҙансыҡтарында ҡуйған водителдәр иҫәбендә.
Радий Хәбиров муниципалитеттарҙың административ комиссиялары эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Өс йыл элек ихаталарҙы ташландыҡ машиналарҙан таҙарта башланыҡ. Ошо осор эсендә ике мең тирәһе ташландыҡ техниканы сығарҙыҡ. Был кешеләрҙең шәхси милкенә бәйле булғанға күрә ҡатмарлы процесс, әммә бик кәрәкле эш. Бөтә процедураларҙы ла теүәл үтәргә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Һөҙөмтәлә ихаталарҙа автомобилдәр өсөн урын бушай.
Өфөнөң Совет майҙанында, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ урында, машиналар ҡуйыу тыйылһа ла, ҡайһы бер водителдәр һаман да шунда автомобилдәрен ҡалдыра. Башҡортостан Башлығы Совет майҙанында тәртип урынлаштырырға, хоҡуҡ боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты.
Башҡортостанда газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡалдырып китергә яратҡан водителдәргә ҡаршы көрәште дауам итәсәктәр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.