Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 11:55

Башҡортостанда ер тетрәгән

Ер тирбәлеше көсө 2,5 балл тәшкил иткән

Башҡортостанда ер тетрәгән
Башҡортостанда ер тетрәгән

Башҡортостандың Белорет районының Егәҙе ауылы янында 2,5 баллы ер тетрәү булған. Халыҡ-ара мониторинг системаһы мәғлүмәттәре буйынса, ер тетрәү 9 февралдә Гринвич буйынса иртәнге сәғәт 7-се 16 минутта йәки урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө 12-се 16 минутта теркәлгән. Тупраҡтың тирбәлеү көсө 2,5 балл тәшкил иткән. Ғәҙәттә ер тетрәүҙе бик һиҙгер кешеләр тоя, күп тигәндә люстраның һелкенеүе һиҙелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға оҡшаш хәл 2021 йылдың 14 декабрендә Башҡортостандың ябыҡ ҡалаһы Межгорьенан алыҫ түгел булды. Ул саҡта тупраҡтың тирбәлеү көсө 2,6 балл тәшкил иткән. 2020 йылдың июнендә Башҡортостандың төньяҡ өлөшө 2,3 балл менән ер тетрәне.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: