Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 21:35

Башҡортостанға килеүселәр киткәндәр һанынан артҡан

Республикабыҙға Себергә, сит республикаларға киткән яҡташтарыбыҙ күпләп ҡайтҡан.

Башҡортостанға килеүселәр киткәндәр һанынан артҡан
Башҡортостанға килеүселәр киткәндәр һанынан артҡан

Миграция сәйәсәте тармағында башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара һәм ҡыҙыҡһыныуы булған ведомстволарҙың эшмәкәрлеген координациялау буйынса вәкәләттәр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына йөкмәтелгән.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың белдереүенсә, республика буйынса, Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 йылда республиканан ситкә китеүселәрҙең һаны төбәккә килеүселәр һанынан артҡан, йәғни миграцияның кире сальдоһы күҙәтелгән. Һынылыш осоро тип 2021 йылдың июнен билдәләргә була, тәүге ярты йыллыҡта үҫеш 330 кеше тәшкил иткән. 2018 йылда республиканан халыҡтың күпләп ситкә китеүе күҙәтелгән (-8858 кеше). Был иң ҙур күрһәткес.

Росстаттың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостан Республикаһы халҡы 4001,1 мең кешенән саҡ ҡына юғарыраҡ (4 001 052 кеше) тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта барған миграция процестары Башҡортостан Республикаһы халҡының артыуына ыңғай йоғонто яһай, тип әйтергә була.

Шулай 2020 йылдан алып республиканан кешеләрҙең китеүе кәмей башлаған, ә 2021 йылда килгәндәр киткәндәрҙән артҡан. Ошо сәбәпле,  былтыр Башҡортостан өс үҙенсәлекле рекорд ҡуя. Беренсеһе, һигеҙ йылда беренсе тапҡыр йыл миграция үҫеше менән тамамланған. 2021 йылдың 11 айы һөҙөмтәһе буйынса ла миграция үҫеше 7963 кеше тәшкил иткән. Икенсеһе, 2000 йылдан алып беренсе тапҡыр төбәк-ара миграцияның ыңғай сальдоһы күҙәтелә (Рәсәй сиктәрендә миграция), + 265 кеше. Һәм өсөнсө рекорд: биш йылда тәүге тапҡыр белем биреү миграцияһы үҫеше бар: + 2740 кеше.

Шулай уҡ министр белдереүенсә, төбәк-ара (эске) һәм халыҡ-ара (тышҡы) миграция былтыр ыңғай динамика күрһәткән.

Тағы бер ыңғай тенденция: кешеләр төньяҡ төбәктәрҙән ҡайта башлаған. Иң ҙур миграция үҫеше Урал федераль округы төбәктәре менән күҙәтелә (1486 кеше). Мәҫәлән, Төмән өлкәһе менән генә лә ул 1179 кеше тәшкил итте, шул иҫәптән Ханты-Манси автономиялы округы менән – 590, Ямал-Ненец автономиялы округы менән – 278, ә Силәбе өлкәһе менән – 274 кеше. Йәғни Рәсәйҙең төньяҡ райондарынан халыҡты тыуған төбәгенә ҡайтарыу тенденцияһы тотороҡло булыуы тураһында әйтергә була. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә иң ҙур үҫеш Ырымбур өлкәһе менән күҙәтелә – 770 кеше.

Шулай уҡ граждандарҙың, шул иҫәптән сит илдәрҙән ватандаштарыбыҙҙың ҡайтыу тенденцияһы билдәләнә (БДБ – 6120 кеше, башҡа илдәр – 1578).

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән иһә айырыуса Тажикстандан (3008 кеше), Үзбәкстандан (2385), Әрмәнстандан (1043), Ҡаҙағстандан (799) һәм Азербайжандан (626) халыҡтың күпләп ағылыуы күҙәтелә.

Алыҫ сит илдәрҙән килгән мигранттарҙың күбеһе Мысырҙа (564 кеше), Вьетнамда (536) һәм Һиндостанда (278).

Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, Башҡортостанда ыңғай инвестиция мөхите булыуы һәм инвестиция проекттарының тормошҡа ашырылыуы, махсус иҡтисади зоналар һәм ТОСЭР-ҙар булдырыу хеҙмәт ресурстарын йәлеп итеү һәм ҡайтарыуға ҙур йоғонто яһай. Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр беҙҙә 3086 эш урыны булдырылған, уларҙың 1061-е өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә. Һәм был, дөйөм алғанда, Башҡортостан халҡының үҫешенә килтерә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: