Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 11:05

Бөгөн – Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө

Ҡалай ҙа матур байрам икән! Әйткәндәй, был датаны булдырыуҙы бер бала һораған.

Бөгөн – Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө

Был көн 2012 йылдан алып билдәләнә. Уның башланғысында Америкала йәшәүсе өс бала әсәһе – балалар китабы сайтын булдырыусы Эмми Бродмур тора. Дөрөҫөрәге – уның улы. Бала бер көн әсәһенән, ниңә китап бүләк итеү көнө юҡ, тип һораған. Китап яратҡан баланың һәм уның битараф булмаған әсәһенең инициативаһын миллиондарса кеше күтәреп алған һәм, һөҙөмтәлә, ошо дата барлыҡҡа килгән дә инде.

Һуңғы биш йылда Рәсәйҙең 85 төбәге был байрамға ҡушылған. Төрлө ойошмаға миллиондан ашыу китап бүләк ителгән. Акцияның партнеры “Эшлекле линиялар” компанияһы бушлай 70 миллион самаһы китап ташыған.

Яҡын кешеләрегеҙгә китап бүләк итегеҙ!

Фото: vk.com

Бөгөн – Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: