Ә Өфөлә йәшәгән 39 йәшлек ир популяр сайтта «Катя» менән танышҡан. Виртуаль мөнәсәбәттәр ҡыҙғандан-ҡыҙған һәм «Катя» осрашырға, яҡындан танышырға, театрға барырға тәҡдим иткән. Ир ҡыуанып ризалашҡас, «Катя» уға билеттар һатып алырға һылтанма ебәргән. Ир электрон адрес буйынса теркәлеп, банк картаһы мәғлүмәттәрен яҙғас, иҫәбендәге бөтә аҡсалар ҙа юғалған. Ярай ҙа иҫәбендә ни бары туғыҙ мең һум аҡса ятҡан, юғиһә бөлә ине... Күпкә өмөт иткән «Катя»ның да йәне ныҡ көйгәндер, моғайын...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.