Дөйөм алғанда, кешеләр соцселтәрҙәрҙә сүп-сар сығарыу үҙ ваҡытында башҡарылмай тип күп мөрәжәғәт яҙа. ЦУР аналитикаһы буйынса быға төп сәбәп - ҡар. Техника таҙартылмаған юлдарҙан ТБО майҙансыҡтарына үтә алмай.
Тиҙҙән был проблема хәл ителер тип ышанабыҙ. Әле республикаға заманса ҡар таҙартыу техникаһы ҡайтарыла башланы.
Сүп-сар сығарыуҙа контейнерҙар һәм подъездар янында торған машиналар ғәйәт ныҡ ҡамасаулай. Быға штраф та ҡаралған. Улар граждандарға 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә - 5-10 мең һум, юридик шәхестәргә 20-30 мең һум тәшкил итә. Бындай хоҡуҡ боҙоу ҡабаланһа - штраф күләме икеләтә арта.