Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2022, 13:04

Асҡында рапс эшкәртеү заводының тәүге сираты сафҡа инде

Бының турала БР Башлығы Радий Хәбиров соцселтәрҙәрҙә хәбәр итте

Асҡында рапс эшкәртеү заводының тәүге сираты сафҡа инде
Асҡында рапс эшкәртеү заводының тәүге сираты сафҡа инде

Предприятие проекты 2019 йылда "Инвестсәғәт"тә ҡаралған булған.

"Завод рапс, етен, гәрсис кеүек майлы культуралар сәсеүҙе арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Рапс юғары маржиналь культура, әрһеҙлеге менән беҙҙең климат шарттарына яҡшы тура килә. Ул ауыл хужалыҡы өсөн бик ҡулайлы буласаҡ", - тигән Р.Хәбиров. Завод ҡеүәте йылына 30 мең тоннана артыҡ орлоҡ эшкәртергә һәм 10 мең тоннанан артыҡ күләмдә рапс майы етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Проектта 50 мең тоннналыҡ элеватор ҙа ҡороу ҡаралған. Быларҙың барыһы ла Башҡортостанда ҡулайлы хаҡҡа рапс үҫтерергә, эшкәртергә һәм һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Рапс донъя баҙарында ҙур һорау менән файҙалана, май һыҡҡандан ҡалған жмых һөтсөлөк малсылығында ҡулланыла. Проекттың дөйөм хаҡы 1,5 млрд һум, әле 400 мең һумы үҙләштерелгән.

Заводта яңы эш урындары булдырылған, унда 1,5 мең хеҙмәткәр буласаҡ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: