Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусыларҙың дөйөм иҫәбе 164 708 кешегә етте. Бөтәһе 136 022 кеше һауыҡҡан, шуның 701-е – һуңғы тәүлектә. Был хаҡта вице-премьер – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында үткәргән кәңәшмәлә хәбәр итте.
Төбәктә коронавирус менән сирләүселәр өсөн 3 254 койка-урын булдырылған. Шуларҙың 19 проценты әлегә буш.
Билдәле булыуынса, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ололар өсөн поликлиникалар дүшәмбенән алып йәкшәмбегә тиклем иртәнге сәғәт 8-се яртынан төнгө 10-ға тиклем эшләй. ПЦР-тесты поликлиникаларҙа киске 8-се яртыға тиклем тапшырырға мөмкин. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм “Роспотребнадзор” идаралығына ҡараған лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсте.
– Дөйөм алғанда төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл еңел түгел, әммә контролдә тоторлоҡ, – тип һығымта яһаны Радий Хәбиров. – Әлегә мөмкин булғанса дистанцион режимда эшләйбеҙ.
***
Вице-премьер – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала дөйөм вакциналау ҙа дауам итә. Төбәккә 2 965 558 доза Рәсәйҙә етештерелгән вакцина алынған. 14 февралгә ҡарата вакцинаның тәүге компонентын 2 419 275 кеше эшләткән. 2 264 882 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.
Ғинуарҙа республикаға балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 2 800 доза «Спутник-М» вакцинаһы алынғайны. 2 759 уҡыусы прививка эшләтте лә инде.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.