Тик... Уға Ғазраил фәрештә килгән. Ир, иң оҫта сауҙалашыусы булараҡ, бөтә һәләтен туплап, фәрештәнән әҙ генә ваҡыт һатып алмаҡсы булған.
Өс кенә көн бир миңә, милкемдең өстән бер өлөшө һинеке буласаҡ, – тигән.
Фәрештә риза булмаған, әлбиттә.
Улайһа, өс миллион долларым – һинеке! Бер көн бир! Әҙ генә булһа ла ял итәйем.
Фәрештә был юлы ла башын ғына сайҡаған.
Исмаһам, ике минут ваҡыт бир! Улыма хушлашыу хаты ғына яҙайым...
Ирҙең был теләге ҡабул ителгән.
“Ваҡытыңдың ҡәҙерен бел, балам. Мин үҙемдең шул тиклем күп аҡсама бер сәғәт ғүмер ҙә һатып ала алманым...” – шулай тип яҙған ул.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.