Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2022, 09:42

"Омикрон" менән зарарланыу нейкровидҡа килтереүе ихтимал

“Омикрон” штаммы менән еңелерәк ауырыуға ҡарамаҫтан, ул ИВЛ-ға йә пневмонияға килтермәһә лә, башҡа эҙемтәләре булыуы ихтимал.

"Омикрон" менән зарарланыу нейкровидҡа килтереүе ихтимал"Омикрон" менән зарарланыу нейкровидҡа килтереүе ихтимал
"Омикрон" менән зарарланыу нейкровидҡа килтереүе ихтимал

Коронавирустың “омикрон” штаммы менән зарарланыу ололарҙа нейроковидҡа йә лонгковидҡа, ә балаларҙы системалы ялҡынһыныуға  килтереүе бар, тип “ДНКОМ” молекуляр-генетик ғилми тикшеренеү үҙәгенән. 

 Коронавирус менән ауырыу, штаммына ҡарамаҫтан, нервы системаһының етди зарарланыуына килтереүе мөмкин.     Йәғни “омикрон” менән ауырығанда ла  нейроковид йә лонгковид булыуы ихтимал”, — ти үҙәктең етәксеһе Андрей Исаев.

Эксперт фекеренсә, әле коронавирустың бишенсе тулҡыны сигенә башланы һәм ревакцинлау үтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, омикрон-штамм Рәсәйҙең 84 төбәгендә асыҡланған.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас