1. Көнөнә бер стакан сәй.
Бер нисә ғилми тикшеренеү күрһәтеүенсә, сәйҙәге айырым компоненттар стресс гормоны кимәленең кәмеүенә, ҡан тамырҙарының йомшарыуына булышлыҡ итә һәм йөрәк өйәнәгенән һуң йәшәү көсөн арттыра.
2.Һалам аша тын алыу. Түбәндәге күнегеүҙе башҡарыу өсөн көнөнә 2 – 3 минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ: һалам аша тәрән итеп тын алығыҙ. Был һеҙгә тын юлдарын киңәйтергә, үпкәгеҙҙең эшмәкәрлеген яҡшыртырға ярҙам итер һәм йөрәк тибешен кәметеп, ҡан баҫымын төшөрөр.
3. Йәйәү йөрөгөҙ. Күп тапҡыр үткәрелгән тикшереүҙәр шуны күрһәтә, көн һайын әҙ генә булһа ла йәйәү йөрөү мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, хәтерҙең насарайыуынан һаҡлай.
3.Күберәк һуған ашағыҙ. Был йәшелсәнең 80 грамы түллек биҙе, ҡурылдай яман шеше үҫеше хәүефен кәметә, кверцетинға бай булыу сәбәпле, иммун системаһын нығыта.
4. Күберәк йылмайығыҙ. Йылмайған ваҡытта организмда билдәле химик матдәләр бүленеп сыға, улар кешегә үҙен бәхетлерәк тойорға ярҙам итә. Ә психик хәлдең яҡшырыуы иммунитеттың нығыныуына килтерә.
5. Аҙыҡты оҙағыраҡ сәйнәгеҙ. Аҙыҡты 20 тапҡыр сәйнәгәндә, уның калорияһы кәмеп кенә ҡалмай, ә 2-се типтағы шәкәр диабеты хәүефе 50 процентҡа кәмейәсәк.
6. Ләстит һатыу ҙа сәләмәтлеккә файҙалы икән. Гарвард медицина мәктәбе ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, дуҫтарың менән 20 минут яҡшы итеп гәпләшеп алыу организмда стресс һәм хәүеф тойғоһон кәметеүсе прогестерон гормоны кимәлен күтәрә.
Фото:Т.Аманов.