Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2022, 16:09

Көйөргәҙе районында буран ваҡытында ике балыҡсы аҙашҡан

 Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары хәбәр итә.

Көйөргәҙе районында буран ваҡытында ике балыҡсы аҙашҡан
Көйөргәҙе районында буран ваҡытында ике балыҡсы аҙашҡан

Иҫке Отрада ауылы янындағы ҡарлы битләүҙә ҡатып ҡалған кешеләрҙе бер кеше күреп ҡала. Ул зыян күреүселәрҙе юлға алып сыҡҡан һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.

Ир-егеттәрҙе ҡаргиҙәрҙә автомобиль трассаһына тиклем эвакуациялағандар. Хәбәр ителеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдә бер кем дә зыян күрмәгән.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: