Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2022, 13:24

Күперҙә дүрт һыҙатлы хәрәкәт була

14 февралдән Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең ҡушылмаһы дүрт һыҙатлы була.

Күперҙә дүрт һыҙатлы хәрәкәт була
Күперҙә дүрт һыҙатлы хәрәкәт була

 

Был 1 марттан янындағы 1956 йылда төҙөлгән аркалы күперҙең ремонтҡа ябылыуы менән бәйле. Әле һыҙаттар буйынса хәрәкәт итеүҙе  күрһәтеүсе  юл билдәләре ҡуйылған, иҫкеләре алынған.

Бынан тыш, Салауат Юлаев проспектынан аркалы күпергә юл да ябылған. Был водителдәр алдан уҡ яңы юл схемаһына өйрәнә башлаһын өсөн эшләнгән.

1 марттан был күпер ябылғандан һуң, 1991 йылда төҙөлгән күпер аша хәрәкәт тергеҙелә. Бында Өфөнән сығыу өсөн бер һыҙат асыла, шулай уҡ реверсив һыҙат була. Уныһы ҡайһы яҡҡа машиналар күп булыуға ҡарап, шул яҡҡа хәрәкәт итеү өсөн файҙаланыласаҡ.

Шулай итеп, ике күперҙә хәрәкәт итеү өсөн бөтәһе 10  һыҙаты эшләйәсәк.

Фото:Башинформ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: