Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2022, 18:50

Был майҙар һәр өйҙә булырға тейеш

Ҡапыл ауырып киткәндә, ҡул аҫтында кәрәкле дарыуҙар ғына түгел, майҙар ҙа булырға тейеш. 

Был майҙар һәр өйҙә булырға тейеш
Был майҙар һәр өйҙә булырға тейеш

 

1.Вишневский  майы

Эренде яҡшы һура, ялҡынһыныуҙы баҫа, һытҡыларҙан ярҙам итә, тире аҫтындағы һытҡыларҙы яҡшы һура.

2.Стрептоцид  майы

Яраларҙы бөтәштерә, ауыҙ эсенең боҙолоуынан һәм стоматиттан ярҙам итә.

 3.Левомеколь майы

Яраланған, һыҙырылған урынды дауалай, ҡысыуҙы баҫа, эренде яҡшы һура, эренле һытҡыны дауалауҙа  яҡшы һөҙөмтә бирә, ауыҙ сите боҙолоуын бөтөрә.

4.Бепантен майы

Тирене йомшарта, яраны тиҙ бөтәштерә, тире кибеүен һәм ҡауаҡланыуын баҫа, ҡыҙарыуҙы бөтөрә.

5.Салицил-цинк майы

Һытҡыларҙы киптерә, тиҙ ярҙам итә, еҫе юҡ.

 6. Боро плюс кремы

Ялҡынһыныуҙы тиҙ бөтөрә, күп осраҡта файҙаһы тейә, тире кибеүенән, яраларҙан һәм янған урындарҙы дауалау өсөн ҡулланалар.

Фото:Т.Аманов.

 

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: