Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2022, 16:58

Битлектең файҙаһы бармы?

 Ауырыу яңы ғына башланған осорҙа уҡ, вирустан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы – битлек, тине белгестәр.

Битлектең файҙаһы бармы?
Битлектең файҙаһы бармы?

  Эпидемия шарттарында  ул сирле кешенән вирус эләктереүҙән һаҡлай. Әммә күптәр быға ышанырға теләмәне.   Битлек кенә һаҡлай тиһеңме, уны ауырыған ғына кешеләр кейергә тейеш, тиеп, был һаҡланыу сараһын эшкә һанамаусылар арабыҙҙа күп кенә ине. Әле иһә ауырыу ныҡлап таралыуын күреп, күптәр үҙенең ҡарашын үҙгәртте. Битлек кейеп йөрөүселәр ҙә күбәйҙе. Хатта ул беҙҙең кейем атрибутына әйләнде кеүек. Ҡайҙа барһаҡ та иң беренсе битлекте онотмаҫҡа тырышабыҙ. Әлбиттә, әле лә бар белгестәрҙең, табиптарҙың, эксперттарҙың фекерен  инҡар итеп, битлектең ауырыуҙан һаҡланыу сараһы булыуына   ышанмаусылар.   Битлектең файҙаһы бармы? Ниндәй битлек һайларға? Уны нисек дөрөҫ ҡулланырға? Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләп ҡарайыҡ.

Ысынында яуап бер – битлек вирустан һаҡлай. Тик, иң беренсе си- ратта, уны дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. Йәғни ул танауҙан алып, эйәккә тиклем битте ҡаплап, һылашып торорға тейеш. Юғиһә, күптәр, танауын аса ла, ауыҙын ғына ҡаплап кейеп ала. Был осраҡта вирус танау аша тын юлдарына еңел генә үтеп инә ала.   Икенсенән,  2 – 4 сәғәт һайын битлекте алмаштырып торорға кәрәк. Бер тапҡыр ҡулланыла торғандарын ике сәғәттән ашыу кейергә ярамай, ташларға кәрәк. Юғиһә  ҡайһы берәүҙәр уны йомарлап кеҫәһенә тығып ала ла, кәрәк ерҙә тағы сағарып кейеп ала.  Былай эшләү ҡәтғи рәүештә тыйыла, сөнки ундай битлек бер ниндәй ҙә вирустан һаҡламай.   6 – 8 сәғәт файҙаланырға ярағандарын бер-нисә тапҡыр кейергә була, әммә әйтелгән ваҡыттан артыҡ ярамай.  

Битлектең ыңғай һөҙөмтәһе тағы ла шунда күренә: тын юлдарына вирус ни тиклем әҙерәк эләгә, шул тиклем ауырыу ҙа еңелерәк үтә. Мәҫәлән, Америка ғалимдары үткәргән тикшереү күрһәтеүенсә, битлекте күпләп кейгән райондарҙа пациенттарҙың 80 процентында ауырыу бер ниндәй билдәһеҙ үткән. Шулай уҡ ул сирҙең ауыр эҙемтәләргә килтереүенән һәм үлем осраҡтарынан да һаҡлай. 

Әйткәндәй, битлек коронавирустан ғына түгел, ә әле миҙгелгә бәйле яныбыҙҙа  мыжғышып йөрөгән риновирус, аденовирус, киҙеү   һәм киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙарҙы ҡуҙғытыусы башҡа вирустарҙан да һаҡлай.

Фото:Т.Аманов.

 

  

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: