Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2022, 09:15

Йәш ҡыҙ юғалған

Уның тураһында дүртенсе тәүлек бер ни ҙә билдәле түгел.

Йәш ҡыҙ юғалған
Йәш ҡыҙ юғалған

Нефтекамала хәбәрһеҙ юғалған Лиана Зәйнуллинаны эҙләйҙәр. «Лиза Алерт» ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, 9 февралдә ул өйөнән сыҡҡан һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.

Билдәләре: буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡара-һоро күҙле.

Ошо ҡыҙҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: