-6 °С
Болотло
Шағирә, тәржемәсе, «Тангчолпан» ҡумыҡ журналының баш мөхәррире Супиянат Мамаева, талантлы башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың туған тел тураһында шиғырын уҡыған һайын шуға инана: был темаға донъяның аныҡ фекер йөрөткән бар шағирҙары ла мөрәжәғәт иткән.
«Тел – халыҡтың йәне, изге ҡиммәте, намыҫы. Ысын патриоттар булараҡ, уны Тыуған илебеҙ кеүек яратырға, һаҡларға тейешбеҙ – беҙ бер-беребеҙҙән айырылғыһыҙ. Туған телгә ҡарашыбыҙҙа уны йөрөткән халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтебеҙ сағыла. Туған телегеҙҙе һаҡлағыҙ! Ата-бабаларыбыҙ юлын лайыҡлы дауам итәйек!”– ти Супиянат Мамаева.