Башҡортостанда 21 йәшлек Любовь Клевец вафат булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙ Стәрлетамаҡ районының Кузьминовка ауылында йәшәгән. Уның әсәһе Светлана - ҡыҙыҡайҙың һау-сәләмәт булып тыуыуы тураһында хәбәр итә.
Тик балаға бер йәшендә прививка эшләткәс, уның температураһы күтәрелгән, әкренләп хәлһеҙләнгән, ә һуңынан хатта аяҡтары йөрөмәй башлаған. Һөҙөмтәлә ҡыҙыҡай башҡаса үҙаллы йөрөй алмаған, ҡаты ризыҡ сәйнәй алмаған һәм һөйләшмәгән дә.
Светлананың биш йәшлек ейәне Данис ҡалған. Уның улы баланан баш тартҡан. Сабыйҙың әсәһе ҡайҙа икәне билдәһеҙ. Данис бик күп ауыр диагноздарға эйә һәм инвалидлыҡта.
Ғаиләгә ирекмәндәр ярҙам итә.
Шундай ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә көсөгөҙҙән килгәнсе һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ. Ғаиләгә финанс яҡтан ярҙам итергә теләүселәр 8 (919) 616-60-26 (Регина Биргулиева-ирекмән) телефоны буйынса шылтыратрата ала.
Фото: Т. Аманов