Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты.
Тантаналы митингты ҡурайсылар башҡарыуында “Сыңрау торна” көйө асты.
- Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, беҙҙең гимназия-интернаттың 1950 йылғы сығарылыш синыф уҡыусыһы Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тула. Рәми Ғарипов исемен йөрөтөү беҙҙең гимназия өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ булып тора. Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – үҙенең тыуған илен һәм туған телен яратҡан белемле кешеләр тәрбиәләү, – тин гимназия директоры Илнур Сәлихов Һәм һүҙҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановҡа бирҙе.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән һеҙҙе ошо ҙур байрам менән ҡотлайым. Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлы барыбыҙға ла өлгө булып тора. Ул башҡорт шиғриәтен яңы юғары кимәлгә күтәрҙе. Быйыл Рәми Ғариповҡа арналған ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Атап әйткәндә, шағирҙың архивын һанлаштырыу тураһында фекер алыштыҡ. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Рәми Ғариповтың биш китабы нәшер ителәсәк, – тине Азат Бадранов.
Рәми Ғариповтың улының, БР Яҙыусылар рәйесе Зәки Әлибаевтың, яҙыусы, "Ағиҙел" журанлының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың да сығышын да уҡыусылар бик ихлас ҡабул итте. Әлбиттә, шағирҙың юбилейына арналған сарала гимназия уҡыусылары башҡарыуында уның шиғырҙары ла яңғыраны.
Тантаналы сара Рәми Ғариповтың һәйкәленә сәскә һалыу һәм бер минутлыҡ тынлыҡ менән тамамланды.
Фото:Ю.Кәримов.