Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2022, 11:32

"Шағир көндәлеге" фильмы менән таныштырасаҡтар

Өфөлә Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” яңы фильмы менән тәүге танышыу көтөлә.

"Шағир көндәлеге" фильмы менән таныштырасаҡтар
"Шағир көндәлеге" фильмы менән таныштырасаҡтар

 12 февраль – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың тыуған көнө.  Уға 90 йәш тулған булыр ине.  Булат Йосоповтың ижади командаһы Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған “Шағир көндәлеге” фильмының төп өлөшөн төшөрөп бөттө.   

Шағирҙың юбилейы айҡанлы Әхәмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Әҙәби осрашыуҙа  һәм социаль селтәрҙәрҙә яңы фильмдың рекламаһы буласаҡ. 

«Шағир көндәлеге» — республика халҡы, Башҡортостан Башлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан”, Свердловск  киностудиялары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында төшөрөлгән тәүге фильм.   Был хаҡта тәүге тапҡыр 2019 йылда билдәле булды. Ул ваҡытта ябай халыҡ ярҙамы менән 1 млн һум аҡса йыйып, ижади команда съемкаларҙы башланы.   Дәүләт ярҙамы иһә 16 млн һум тәшкил итте. 

Кинокомпания хәбәр итеүенсә, фильм Өфөлә, Шишмә районында, Һамар ҡалаһында төшөрөлгән.   Унда 53 профессиональ актер ҡатнашҡан, шағирҙың шәхси әйберҙәре  ҡулланылған. Ижади төркөмгә  60 – 70-се йылдарҙың көнкүреш әйберҙәрен табыуҙа республика халҡы ла ярҙам иткән.

 Проекттың пресс-секретары Гөлнара Яруллина әйтеүенсә, кинотаҫма кинфестивалдәргә сыҡҡандан һуң, уның премьераһын күрһәтеү планлаштырыла.  Шулай уҡ  картинаның Бөтә Рәсәй прокатына сығыуы ла күҙаллана.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.  

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: