Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2022, 12:05

Радий Хәбиров Рәми Ғарипов хаҡында

Башҡортостан Башлығы “Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо” рубрикаһын Рәми Ғарипов  тураһында яҙмаһы менән дауам итте.

Радий Хәбиров Рәми Ғарипов хаҡында
Радий Хәбиров Рәми Ғарипов хаҡында

 

«Шундай кешеләр була, улар мәңге халыҡ хәтерендә», – тип башлай ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы яҙмаһын.  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреатына бөгөн 90 йәш тулған булыр ине.   Рәми Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған.  Күптәр Рәми Йәғәфәр улын “башҡорт Есенинины”, башҡорт лирикаһына нигеҙ һалыусы  тип йөрөтә.   

«Рәми Ғарипов   Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейн, Рудаки, Гамзатовтың әҫәрҙәрен  рус теленә тәржемә иткән. Быйыл Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика Халыҡтар ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Рәми Ғариповтың юбилейына видеороликтар әҙерләне”, – тип яҙа Радий Хәбиров.   

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ шағирҙәң юбилейына арнап башлаған флешмоб тураһында хәбәр итә. 

«Республикала йәшәүсе төрлө халыҡ вәкилдәре “Туған тел” шиғырын  үҙ туған телендә ятланы.  Әлегә тиклем ул рус, белорус, украин һәм саха телдәренә генә тәржемә ителгәйне.  Телевизион проект ярҙамында шиғыр  ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари телдәрендә яңғырай.   Киләсәктә “Туған тел” шиғырын донъя телдәренә тәржемә итеү планлаштырыла.  Беҙ тәржемәселәр өсөн гранттар булдырҙыҡ, һәм хәҙер Рәми Ғариповтың поэзияһын аңлаған кешеләр уның хәтерен  үҙҙәренең туған телендә мәңгеләштерә ала»,  – тип аңлатты  Радий Хәбиров.

Бөгөн Өфөлә Рәми Ғариповтың юбилейына арналған бер нисә тантаналы сара көтөлә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: