Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2022, 13:55

Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры бар халыҡтарға ла берҙәй яҡын

Быны төрлө милләт шағирҙырының "Туған тел" шиғыры тураһындағы фекерҙәре лә дәлилләй.

Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры бар халыҡтарға ла берҙәй яҡын
Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры бар халыҡтарға ла берҙәй яҡын

  Балоглан Джалил,  азербайжан шағиры, тәржемәсе, халыҡ-ара конкурстар лауреаты:

“Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡып сыҡҡас та халҡым тураһында, үҙем тураһында уйландым. Башта хатта шиғырҙы үҙем яҙған кеүек тойҙом, сөнки күңелемдә туған телемә ҡарата ниндәйҙер аңлап бөтөргөһөҙ һөйөү кисерҙем. Тап ошо хистәр, халҡыма мөхәббәт мине был шиғырға йәлеп итте. Рәми Ғарипов туған телен ғүмеренә ҡарата ла нығыраҡ яратҡанын аңланым – был шиғырҙың һәр юлында һиҙелә. “Туған тел”де  бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәржемә иттем. Миңә бөйөк шағирҙың рухы һәм ижады бик яҡын”.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: