Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып республикала 157 417 кеше коронавирус менән сирләгән.
Әлеге көндә дауаханала 338 пациент медицина ярҙамы ала, шуларҙың 29-ы – ауыр хәлдә. 18032 кеше амбулатор рәүештә дауалана. Был пандемия башланғандан алып – абсолют рекорд.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус һуңғы тәүлектә 19 кешенең яҡты донъя менән хушлашыуына сәбәпсе булған. Бөтәһе ҡорбандар һаны 4913 кешегә етте.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын 2 417 405 кеше эшләткән, 2 261 858 вакциналауҙың ике этабын да үткән.
Фото:Т.Аманов.