Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет, китап ҡәҙерен белгән кешегә» тип аталған әҙәби осрашыу булғандыр. Осрашыуҙа БР Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Рәил Әсәҙуллин, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар рәйесе Зәки Әлибаев, шулай уҡ шағирҙың улы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле рәссам Азамат Ғарипов ҡатнашты. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, Рәми Ғариповтың башҡорт әҙәбиәтендәге, ғөмүмән, республикабыҙ тормошондағы әһәмиәтен юғары баһаланы. "Рәми Ғарипов юғарылығындағы шағир йөҙ йылға бер тыуалыр. Минең өсөн ул – гений", – тине Азат Шамил улы.
Осрашыуҙа тәүге тапҡыр режиссер Булат Йосопов төшөргән “Шағир көндәлеге” фильмының тизеры күрһәтелде. Унда төп ролде төрлө йәштә Арыҫлан Ҡырымсурин, Линар Баитов, Артур Ҡунаҡбаевтар башҡара. Артистар башҡарыуында Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны.
Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормош юлына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре – ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәре, хеҙмәт кенәгәһе, СССР-ҙың Әҙәби фондының билеты, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең бүлек мөдире, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы сәркәтибенең танытмалары, наградалары һ.б урын алған. Айырым бүлектә Рәми Ғариповтың үҙе иҫән саҡта нәшер ителгән әҫәрҙәре: “Йүрүҙән” тәүге шиғырҙар китабы, “Таш сәскә” йыйынтығы, ҡулъяҙмалары һәм шағирҙың XX-XXI быуатта донъя күргән мәҡәләләре урынлаштырылған.
Әҙәби осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды. Унда ҡатнашыусылар шағир тураһында үҙҙәренең иң яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште.
Фото:Ю.Кәримов.