Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2022, 09:35

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары 12 һәм 13 февралгә һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар төбәктә ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә тип иҫкәртте. Һауа температураһы 22 градусҡаса түбәнәйә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы, көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуыуы вәғәҙә ителде. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.

13 февралдә бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 8-13, аяҙытҡанда 17-22, көндөҙ - 4-9 градус һалҡын.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: