Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2022, 13:31

Халыҡ шағиры — халыҡ хәтерендә

Бөгөн Башҡортостанда ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булған Рәми Ғариповтың 90 йыллыҡ юбилейы билдәләнә.

Халыҡ шағиры — халыҡ хәтерендә
Халыҡ шағиры — халыҡ хәтерендә

  Ошо уңайҙан  бер төркөм яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Өфөләге Мосолмандар зыяратына барып,  шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалды һәм халҡыбыҙҙың бөйөк улын хөрмәтләп иҫкә алды. Был сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры Азат Бадранов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, БР Яҙыусылар рәйесе Зәки Әлибаев,  шағирҙың яҡындары, дуҫтары ҡатнашты.

Халыҡ шағиры – мәңге халыҡ хәтерендә. Бөгөнгө көндә уның шиғырҙары һәр мәктәптә, һәр балалар баҡсаһында яңғырай. Йылдар үткән һайын халыҡ шағиырының шиғырҙары тағы ла ҙурыраҡ көскә эйә була бара.

Фото:Ю.Кәримов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: