Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 09:30

Яуапһыҙ кешеләр арҡаһында ҡарауһыҙ эттәр күбәйә

Күмертау ҡалаһында 5 көсөк һалынған ҡатырға ҡумтаны урамға ташлап киткәндәр.  Был хәл видеокүҙәтеү камераһына эләккән.

Яуапһыҙ кешеләр арҡаһында ҡарауһыҙ эттәр күбәйә
Яуапһыҙ кешеләр арҡаһында ҡарауһыҙ эттәр күбәйә

Видео кадрында юлда нисек машина туҡтағаны, унан ҡыҙҙың сыҡҡаны күренә. Унан багажниктан ҡатырға ҡумтаны алып, магазин ҡоймаһы янына ҡалдыра ла тыныс ҡына юлын артабан дауам итә.

Һуңғараҡ бер ҡатын ҡатырға ҡумтаны табып, эсен ҡарарға була. Әле  көсөктәрҙең бер нисәүһе яңы йәшәү урынын тапҡан, ә ҡалғандары яңы хужаларын эҙләй.

Социаль селтәр менән ҡулланыусылар үҙ сиратында иһә көсөктәр менән ҡумтаны ҡалдырған ҡыҙҙы табыуҙарын һәм язалауҙарын талап итә.  Сөнки тап ошондай яуапһыҙ кешеләр арҡаһында урамдарҙа ҡарауһыҙ эттәр күбәйә лә инде.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: