Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 10:55

Янғын кеше ғүмерен ҡыйҙы

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығына бөгөн иртән Октябрьский ҡалаһының Төньяҡ урамындағы күп ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.

Янғын кеше ғүмерен ҡыйҙы
Янғын кеше ғүмерен ҡыйҙы

Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр бара. Янғын тиҙ арала һүндерелгән.

- Уттан 2 квадрат метр майҙандағы йорт мөлкәте зыян күргән. Янғынды һүндергән ваҡытта бер ирҙең кәүҙәһе табыла, һуңғараҡ "Ашығыс ярҙам" бригадаһы ирҙең үлемен раҫлай. Уның шәхесе асыҡлана, - тип хәбәр итәләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әле ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: