Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 16:45

Яңы производство асыла

 “Медглас” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  Благовещенда беренсе гидролитик класлы медицина быялаһы етештереү буйынса производство асырға уйлай.  

Яңы производство асыла
Яңы производство асыла

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Медглас” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына индерҙе. Компания Благовещенда беренсе гидролитик класлы медицина быялаһы етештереү буйынса производство асырға ниәтләй.

– Предприятие Рәсәй Федерацияһында тәүге фармацевтика сәнәғәте өсөн беренсе һәм икенсе гидролитик класлы борсиликат быяла етештереү йәһәтенән юғары технологиялы производство асмаҡсы. Был ил өсөн мөһим стратегик тармаҡта импортты алмаштырыуҙы тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Инвестиция проектын 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

– Проект республика иҡтисадының реаль секторын, шулай уҡ Благовещен моноҡалаһы биләмәһен тотороҡло үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Яңы производствола 318 эш урыны булдырыу күҙаллана, был иҡтисадҡа ла ҡала халҡының тормошона ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: