2001 йылдан алып пассажир ташыу эше менән шөғөлләнгән Фәнис Батыровтың әйтеүенсә, республика етәксеһенең башланғысы менән ойошторолған транспорт реформаһы сиктәрендә компания 2021 йылда 45 яңы автобус һатып алған. Ошо арала тағы ла 18 машинаның килеүе көтөлә. Улар иҫкергән «ПАЗ»дарҙы алыштырасаҡ. Яңы техника заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, автоном йылытыу һәм ЭРА-ГЛОНАСС системалары, ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү терминалы менән йыһазландырылған, «Башҡортостан транспорты» брендына ярашлы берҙәм стилдә биҙәлгән.
"Ford Transit", «МАЗ» автобустары был аҙнала эшләй башлаясаҡ. Юл картаһына ярашлы, Фәнис Батыровтың компанияһы тағы ла 200 машинаны алыштырасаҡ. Компанияла 500 кеше эшләй, водителдәрҙең уртаса эш хаҡы айына 50-80 мең һум.
Компанияның диспетчер хеҙмәте иртәнге сәғәт биштән алып төнгө ун икегә тиклем эшләй. Водителдәр рейс алдынан мотлаҡ медицина тикшереүен үтә. Майҙансыҡта автооҫтахана, автойыуыу, уҡыу-күнекмә класы, хеҙмәткәрҙәр өсөн кафе бар.
– Батыровтың шәхси предприятиеһы – Өфөлә күптәнән эшләгән ҙур ташыусы. Транспорт реформаһы сиктәрендә беҙ яңы эш стандарттары булдырҙыҡ, уларҙы шәхси эшҡыуарҙар ҙа үтәргә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Кеше үҙенең компанияһын үҫтереүгә аҡса һала икән, уның беҙгә ышаныуын аңлайһың. Был бик мөһим.
Башҡортостан Башлығы, төбәктең транспорт инфраструктураһы бер нисә йыл элек ауыр хәлдә ине, автобустар паркы масштаблы яңыртыуҙы талап итте, тип өҫтәне. Транспорт реформаһын тормошҡа ашырыу хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртте.
– Бөгөн Волга буйы федераль округында иң яңы автобус паркы беҙҙә. Машиналарҙың уртаса йәше - өс-дүрт йыл, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Халыҡ пассажир автобустарының хәрәкәте даими булмауына зарлана. Был мәсьәләне лә хәл итеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Фото: glavarb.ru