Артист малай бәләкәй саҡтан ҡаланың сәнғәт мәктәбендә йыр һәм баян синыфтарында шөғөлләнә. Виктория Павловна Аритҡолова етәкселегендә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай. Ул "Кисер мине, әсәй, ғәфү ит" йырын башҡарып, "Сулпылар" республика телевизион йыр бәйгеһендә, XV "Маэстро Джаз" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында Гран-приға лайыҡ булған. Былтыр йыл аҙағында Мәскәүгә «Тауыш. Балалар» телешоуына кастингҡа барып, һайлап алыу турын үткән. Рамаҙан Майкл Джексон, Юрий Шатуновтарҙың йырҙарып йырлап күрһәткән.
"Тауыш. Балалар" Бөтә Рәсәй телевизион шоуы 18 февралдә башланасаҡ. Рамаҙан Биккининдың ҡайһы көндә сығыш яһауы билдәһеҙ, шуға һәр йома кискеһен тапшырыуҙы ҡарап, күҙәтеп барығыҙ. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!
Фото:. Т. АМАНОВ.