Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 09:49

Ни өсөн бесәйҙәр хужаларын ялай?

Сәбәптәре бер нисә булыуы ихтимал.

Ни өсөн бесәйҙәр хужаларын ялай?
Ни өсөн бесәйҙәр хужаларын ялай?

Бәйләнеш билдәһе

«Әгәр ҙә бесәй ялай башлаһа, был уның бәйләнешен күрһәтеүе мөмкин», – ти бесәйҙәрҙең ҡылығы буйынса белгес Дэниел Каммингс. Уның аңлатыуынса, ғәҙәттә, был йорт хайуандары тел ярҙамында үҙҙәрен һәм үҙҙәренең төркөмө ағзаларын ҡарай. Был иһә уларға тығыҙ бәйләнеш булдырырға ярҙам итә.

Еҫте хәтерҙә ҡалдырыу ысулы

Бесәйҙәр хужаһының еҫен хәтерҙә ҡалдырыу өсөн, ялауҙары ихтимал, тип яҙа Newsweek. Зоопсихолог Анита Келси әйтеүенсә, уларҙың еҫ һиҙеүе, кешеләрҙекенә ҡарағанда, 14 тапҡырға көслөрәк.

Ҡәнәғәтлек алыу өсөн

Бесәйҙәр ялауҙан ҡәнәғәтлек ала. Каммингс әйтеүенсә, шуға улар быны мөмкин тиклем йышыраҡ эшләргә ярата.

Насар билдә

Бесәйҙәрҙең ялауы ғәҙәти торош булһа ла ҡайһы бер осраҡта проблемаларҙы ла күрһәтеүе мөмкин. Мәҫәлән, бесәй стресс кисерһә, борсолоуҙан ҡотолоу өсөн ялана башлай икән.

- Әгәр ҙә бесәйегеҙ саманан тыш һеҙҙе ялай башлаһа, стресс кисереүе мөмкин. Был осраҡта аныҡ сәбәбен белер өсөн ветеринарға алып барыу яҡшы булыр, – ти белгес.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: